Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Марта 2023, 18:00

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар   "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әғүҙү бикәлимәтилләһи тәәмма - мин кулли шайтани вә һәәммәһ - үә мин кулли ғаайнин ләәммәһ.”   Мәғәнәһе: «Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтөн шайтандан, ҡурҡыныс хайуандан һәм яман күҙе тейгәндән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам».  "Фатиха",  «Аятел-Көрси", «Ихлас», "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡып, усығыҙға өрөп, баштан аяҡ осона тиклем тәнегеҙҙе һыпырып, үҙ-үҙегеҙҙе өшкөрөүҙе иртә- кисен башҡарһағыҙ, шифаһы тейер. Балаларығыҙ күҙлеккәндә лә уларға  йыш уҡығыҙ.    Башҡаларға һоҡланып ҡараһағыҙ: «Собханалла», «Мәшалла» тип әйтергә онотмағыҙ.

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғаларКүҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар
Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Доғалар күҙ тейеүҙән дә, сихырҙан да ҡалҡан булып торор.

 

 

Фото: islam.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас