Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Марта 2023, 08:30

Был ҡатынға ни етмәгән?!

Ирен көнләшеп, үҙ мөлкәтенә үҙе зыян килтергән дәһә. 

Был ҡатынға ни етмәгән?!Был ҡатынға ни етмәгән?!
Был ҡатынға ни етмәгән?!

Ҡариҙел ауылында йәшәгән ир ҡатыны менән ирешкәндән һуң эш буйынса Өфөгә сығып киткән. Ҡатыны уға шылтыратһа ла, телефонды алмаған. Хәләле үпкәләгән, үсәгән. Ир ҙә ауылға ҡайтҡас, ата-әсәһе йортонда ҡалған, машинаһы тышта торған. Ҡатыны быны белгәс, янап смс-хәбәр яҙған, тик ир иғтибар бирмәгән. Зерә... Сөнки ҡатыны эсеп ҡыйыуланып алған да, бензин канистрын тотоп, ҡәйнә-ҡайны йортона юлланған. "Газель"-фургондың тәҙрәһен ватып, салонға бензин һирпкән, тоҡандырған да, ҡасҡан. 

Әлеге ваҡытта килтерелгән зыянды баһалау үткәрелә һәм 34 йәшлек ошо ҡатынға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был ҡатынға ни етмәгән?!
Был ҡатынға ни етмәгән?!
Был ҡатынға ни етмәгән?!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас