Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Марта 2023, 12:30

Беҙҙең егеттәр МХО-ла һынатмай!

Яҡташтарыбыҙ, сержанттар Айтуған Әбсәләмов, Булат Шәңгәрәев һәм Арыҫлан Айытҡолов махсус хәрби операцияла Шайморатов исемендәге батальон сафында хәрби бурысын үтәй. Яңыраҡ улар задание мәлендә ПНВ приборы аша ҡараңғыла 17 кешенән торған төркөмдө абайлаған. Улар дошмандың диверсанттары һәм разведчиктары булып сыҡҡан. Беҙҙекеләр бының турала командирға хәбәр итеп һәм уның әмере буйынса ут асҡан. Бынан тыш, бер аҙҙан сержант Айытҡолов ҡатнашлығында дошмандың 8 кешелек ДРГ төркөмө юҡ ителгән.

Беҙҙең егеттәр МХО-ла һынатмай!Беҙҙең егеттәр МХО-ла һынатмай!
Беҙҙең егеттәр МХО-ла һынатмай!

Видео: ТГ-канал башкирского батальона

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас