

Салат өсөн консерваланған көмөрө балыҡ, 100 грамм дөгө ярмаһы, ике помидор, ике йомортҡа, йәшел тәмләткестәр, майонез, тоҙ кәрәк.
Консерваланған балыҡты һөйәгенән таҙартып, бәләкәй киҫәктәргә бүлергә. Бешкән дөгө менән бергә ҡушырға. Уның өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған помидор, йомортҡа, йәшел тәмләткестәр һалырға. Майонез менән болғатырға.
сТабынға салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!