Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Марта 2023, 07:00

Алмалы тәмлекәс

Табала тиҙ генә ҡыҙҙырып алырға була.

Алмалы тәмлекәсАлмалы тәмлекәс
Алмалы тәмлекәс

Бер алманы ваҡлап турарға. Уға бер йомортҡа, өс ҡалаҡ шәкәр, 200 г ябай йогурт һалып болғарға һәм 350 г он өҫтәргә. Яҡшылап бутарға. Ҡамыр йомшаҡ, хатта бер аҙ йәбешкәк килеп сыға. Уны ҡалаҡлап ҡына алып, он һибелгән таҡтаға теҙеп торорға ла, майлы табала йөҙҙөрөп ҡыҙҙырырға.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас