Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 08:00

Шатлыҡта йәшәгеҙ!

Уҙған тәүлектә 12 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың етәүһе торлаҡ секторында булған, 63 кеше эвакуацияланған.

Шатлыҡта йәшәгеҙ!Шатлыҡта йәшәгеҙ!
Шатлыҡта йәшәгеҙ!

Шул иҫәптән, Өфөлә - йөк автомобиле, гаражда электр сымы, Йылайыр районында, Өфөлә - мунсалар, Салауатта - магазин эсендә мөлкәт, Нефтекамала - йорт мөлкәте, Бәләбәй районында - йорт, Йылайыр районында - өйҙөң түбәһе, Кушнаренко районында - автомобиль, Ишембай районында өйҙөң иҙәне янған.

Хөрмәтле, граждандар! Һәр ҡулланыусы газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәргә һәм газ приборҙарын төҙөк хәлдә тоторға тейеш.
Был ҡағиҙәләр бик ябай, әммә уларҙы үтәмәү ҙур хәүеф менән янай.

Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда:
– форточканы асығыҙ;
– газ менән эшләүсе һыу йылытҡыстарҙы, йылытыу мейестәрен ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгәндә төтөн юлдарындағы һәм елләтеү каналдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;
– газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асырға онотмағыҙ;
– елләтеү каналындағы рәшәткәне обой менән ҡапламағыҙ;
– ванна бүлмәһендә газ колонкаһынан файҙаланғанда ишек аҫтындағы екте ҡапламағыҙ – ул газдың тулыһынса янып бөтөүе өсөн кәрәкле һауа ағымын тәьмин итер;
– эшләп торған газ прибор­ҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
– күп ҡатлы йорттарҙа шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы файҙаланмағыҙ;
– файҙаланғандан һуң газ приборҙарының һәм уларҙың алдындағы крандарҙы ябы­ғыҙ. Төндә һәм фатирҙан сыҡҡанда газ приборҙарының ябылыуын мотлаҡ тикшерегеҙ.
Газ менән йылытыусы ҡа­ҙан­лыҡтар йә һыу йылыт­ҡыстар урынлашты­рыл­ған йорт һәм фатирҙарҙа йәшәүселәрҙең хәтеренә тө­шө­рәбеҙ: яҙ башланыу менән төп иғтибарҙы төтөн юлдарының һәм елләтеү каналдарының торошона йүнәлтегеҙ. Ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ. Тартыу көсө булмағанда, һөрөмдән ағыуланыу хәүефе тыуа. Унан ҡасып та, күреп, тойоп та булмай. Тартыу көсөнөң боҙолоу сәбәбе торба зарарланыу йәки торба баштарына боҙ ҡатыуҙан булырға мөмкин. Төтөн юлын ремонтлау һәм таҙартыу өсөн махсус ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һүҙ аҙағында шуны иҫкәртеү мөһим: фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа биналарҙа газ еҫен һиҙһәгеҙ, шырпы ҡабыҙмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр яҡтыртыу һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, газды ябығыҙ, бинаны елләтегеҙ һәм газ таралған бинанан сығып, һаҡ ойоштороғоҙ, 04 телефоны буйынса авария газ хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Фото: МЧС РБ.

Шатлыҡта йәшәгеҙ!
Шатлыҡта йәшәгеҙ!
Шатлыҡта йәшәгеҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас