Бөтә яңылыҡтар

Йәшем артҡан һайын

Йәшем артҡан һайын күңелемә Бөтөнләй ҙә башҡа ғәм керҙе : Ығы-зығы, бәхәстәрҙән ҡасам - Күңел тыныслығым ҡәҙерле!.. Һаулыҡ китә ҡайсаҡ , әрнеү -һыҡрау Урап ала тәнде , бәғерҙе . Донъя малы бер ни түгел бит ул - Сәләмәтлек ай-һай ҡәҙерле ! Йылдар үткән һайын уйландыра, Ғүмерҙәрҙең арта ҡәҙере... Инде хәҙер миңә иң мөһиме - Имен атҡан таңым ҡәҙерле!.. Г. Шәрипова

Йәшем артҡан һайын
Йәшем артҡан һайын

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в