Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 09:30

Уйынсыҡтан янғын сыҡҡан

Ике сәғәт элек Тәтешле районы Гәрәбаш ауылында күркәм йорт янып киткән.

Уйынсыҡтан янғын сыҡҡанУйынсыҡтан янғын сыҡҡан
Уйынсыҡтан янғын сыҡҡан

Күп балалы ғаилә йәшәгән йортта ут сыҡҡанда өйҙә ике генә кеше - әсә менән 2012 йылғы ҡыҙы булған. Әсәнең әйтеүенсә, ут зарядкаға ҡуйылған уйынсыҡтан сыҡҡан. Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың сыйылдағанын ишетеү менән улар утты үҙ аллы һүндерергә маташҡан да бит, ҡайҙан һуң - ялҡын ялы күҙ асып йомғансы бар бүлмәләрҙе ялмап та алған... Әлдә үҙҙәре тере ҡалған. 

Янғын һүндереүселәр әлеге мәлдә "ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡлаған.

Ут менән бик һаҡ булығыҙ инде, йәмәғәт!

Фото: МЧС РБ.

 

Уйынсыҡтан янғын сыҡҡан
Уйынсыҡтан янғын сыҡҡан
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас