Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 04:15

Радий Хәбиров: "Башҡортостанда инвестициялау өсөн бар шартттар бар"

17 мартта Һамарҙа БР Башлығы Радий Хәбиров РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда ПФО төбәктәрендә эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм инвестициялар эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барҙылар.

Радий Хәбиров: "Башҡортостанда инвестициялау өсөн бар шартттар бар"Радий Хәбиров: "Башҡортостанда инвестициялау өсөн бар шартттар бар"
Радий Хәбиров: "Башҡортостанда инвестициялау өсөн бар шартттар бар"

Сараны Рәсәй Президентының ПФО буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Унда АСИ генераль директоры Светлана Чупшева, илдең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Ученов, округ төбәктәре етәкселәре ҡатнашты.

Совет ултырышы башында Игорь Комаров ПФО субъекттарында иҡтисади хәлгә баһа бирҙе. Ул хәлптороштоң стабиль булыуын әйтеп, санкциялар индерелеүҙән һуңғы кире эҙемтәләрҙең кәмеүе тураһында һөйләне.

Игорь Комаров һыҙыҡ аҫтына алыуынса, дөйөм алғанда хәл-торош бөтә ил тенденцияларына тура килә. Шул уҡ йәһәттән округ ҡайһы бер төп күрһәткестәрҙә алдынғы. Атап әйткәндә, былтыр сәнәғәт, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, торлаҡ төҙөү, төп капиталға инвестициялар буйынса үҫеш бар.

– Безусловно, большая роль в создании благоприятной деловой среды принадлежит региональным управленческим командам. Удалось обеспечить устойчивость экономики, защитить граждан, сохранить рабочие места, не допустить дефицита на рынке, включая товары первой необходимости, поддержать финансовую систему, предпринимателей, – тине Игорь Комаров.

Округ төбәктәре буйынса килеп тыуған хәлгә дөйөм анализ менән Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаровтың сығышы булды. Ул ПФО-ла ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһендә теркәлгән һәм ысынбарлыҡтағы эшһеҙлек кимәле кәмене, тине. Эре һәм уртаса предприятиелар бергә 96,4 мең эш урыны булдырған, был 2021 йылға ҡарағанда 13,7 меңгә күберәк.

 АСИ гендиректоры Светлана Чупшева һөйләүенсә күпселек төбәктәрҙең  төп инвестициялар сығанағы - ойошмаларҙың үҙ аҡсалары.

 Кәңәшмәлә инвестмөхитте яҡшыртыу мөмкинлектәре йәһәтенән төбәктәрҙә алып барылған дәүләт ярҙамы тураһында бизнесҡа хәбәр итеү һәм рөхсәт документтарын юллауҙы тиҙләтеү кәрәк тип табылды.

Йыйылыусылар айырым иҡтисади зоналарҙы, ТОСЭР-ҙарҙы һәм индустрия парктарын үҫтереү эше тураһында ла һөйләште. 

– В регионах округа отмечается значительный спрос со стороны бизнеса на создание новых «точек роста», которые предоставляют комфортные условия ведения бизнеса, – тине Игорь Комаров.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса БР Башлығы Радий Хәбиров төбәк инвестициялар сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен әйтеп үтте.

– В условиях санкционного давления Башкортостан остается инвестиционно привлекательным регионом. За 2022 год объём вложений в экономику вырос почти на шесть процентов. У нас существует большое инфраструктурное и инструментальное меню для привлечения инвестиций, – отметил Радий Хабиров. – Наша особая экономическая зона «Алга» второй год подряд признаётся самой динамично развивающейся ОЭЗ России. В республике действуют пять территорий опережающего социально-экономического развития, 18 индустриальных парков, 12 технопарков. То есть, созданы все условия для инвестирования. Важно, что мы смогли создать для предпринимательского сообщества атмосферу доверия. А когда бизнес уверен в быстром решении бюрократических и документарных вопросов, он заинтересован работать с нами.

Теги:
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас