

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәре буйынса уны бай йөкмәткеле һәм интерактив үткәрергә кәрәк буласаҡ. Күргәҙмәлә милли әҙәбиәт һәм матбуғат күрһәтеләсәк. Унда эре нәшриәттәр, китап магазиндары, модель китапханалары ҡатнашасаҡ. Яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар һәм сәнғәт өйрәнеүселәрҙе ҡатнаштырыу көтөлә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, йәрминкәне үткәреү идеяһы менән БР Яҙыусылар союзы сығыш яһаған. Ул өҫтәп әйтеүенсә, ойошма урынлашҡан тарихи бина ремонтланасаҡ.