Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 08:30

Кемдер, эскән килеш, машинала сығып киттеме?

Үҙ башына ғына мажара эҙләмәй бит ул, ә башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Шуныһы бигерәк ҡурҡыныс. Уҙған тәүлектә генә Дәүләт автоинспекцияһы уҙғарған профилактик рейдтар һөҙөмтәһендә 49 иҫерек водитель тотолған.  

Кемдер, эскән килеш, машинала сығып киттеме?Кемдер, эскән килеш, машинала сығып киттеме?
Кемдер, эскән килеш, машинала сығып киттеме?

Бөтәһе 1,9 мең самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған. Шул иҫәптән, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән 10 кеше тотолған, 27 кешенең бөтөнләй танытмаһы юҡ, 36 водитель балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 46 йәйәүле яуаплылыҡҡа тарттырылған.

57 водитель йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгәне өсөн закон алдында яуап тотасаҡ.

Рейдтар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә дауам ителәсәк.

Барығыҙға ла матур ялдар теләйбеҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас