Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 13:15

Өфөлә 3,5 мең квадрат метр майҙанда соҡорҙарҙы ямау эше башҡарылды

Өфөлә соҡорҙарҙы ямау эштәре алып барыла. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һөйләүенсә, эштәр һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһын, шулай уҡ рециклерҙар ҡулланып ҡырсынташ-битум ҡатнашмаһын ҡулланып алып барыла.

Өфөлә 3,5 мең квадрат метр майҙанда соҡорҙарҙы ямау эше башҡарылдыӨфөлә 3,5 мең квадрат метр майҙанда соҡорҙарҙы ямау эше башҡарылды
Өфөлә 3,5 мең квадрат метр майҙанда соҡорҙарҙы ямау эше башҡарылды

Бөгөн был эшкә 30-лаған берәмек техника йәлеп ителгән. Йыл башынан алып яҡынса 3,5 мең квадрат метрҙа соҡорҙар ямалған.

 

Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, тәү сиратта соҡорҙарҙы ямау буйынса интерактив картаға иғтибар бүленә. 51 заявка үтәлгән, 59-ы - эштә.

 

«Башҡортостан Республикаһының юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһында ҡалабыҙ биләмәһендәге 625 участка тикшерелгән. 493 юл япмаһы етешһеҙлеге асыҡланды һәм цифрлаштырылды», - тине Өфө мэры һәм эштәрҙең дауам ителәсәген өҫтәне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас