

Киң эшлекле программала 13 тармаҡ союзы һәм ассоциацияһы ҡатнашасаҡ. 25 сара уҙғарыу планда тора - унда панель дискуссиялары, "түңәрәк өҫтәл"дәр, агрокласс уҡыусыларына белем алыу интенсивтары, федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференциялары үткәреү һалынған. Уларҙа Рәсәй һәм Беларусь 23 төбәк-ҡалаһынан 363 спикер сығыш яһаясаҡ.
«АгроКомплекс»та иһә АПК тармағы күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк. Быйыл унда Рәсәй, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Корея илдәренең 37 төбәгенән 340 компания ҡатнашсаҡ. Башҡортостан күргәҙмә компанияһы етәксеһе Альбина Килдеғолова хәбәр итеүенсә, экспозиция 17,6 мең кв.метр майҙанда урынлашасаҡ.
Ғәҙәттәгесә күргәҙмәне асҡан саҡта яңы производстволарға старт бирелә. Быйыл Минск тракторҙар заводы эйә булған Мозырь машиналар төҙөү заводы менән берлектә «Фермер РБ-2103» сылбырлы тракторҙарын йыйыу буйынса производство участогы эшләй башлаясаҡ. Ул Өфө районында урынлашасаҡ. Шулай уҡ был көндө Стәрлетамаҡ районындағы "Башагромаш" предприятиеһында "Чулпан 100" үҙйөрөшлө сапҡыстарын аҙаҡҡаса йыйыу цехын сафҡа индереү ҙә уҙасаҡ.
«Очень надеюсь, что мы получим в текущем году около 100 машинокомплектов для сборки. Они адаптированы к башкирским климатическим условиям. Что касается косилок „Чулпан“ — они ни в чем не уступают мировому лидеру „MacDon“. Запрос на эти машины есть, в связи с чем и построили новое производство», — тине бының хаҡта төбәк АПК-һы етәксеһе.
«Выставка и форум в этом году пользуются невероятной популярностью, выставочные площади закончились ещё два месяца назад, несмотря на то, что в этом году они увеличены до беспрецедентных размеров. Мы ожидаем рекордное количество посетителей, это примерно около 20 тыс. человек, также в мероприятии примут участие не менее 11 министров других регионов, — тине Альбина Килдеғолова.