Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2023, 15:35

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн субсидия ике тапҡырға арттырылған

Һүҙ "Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре" республика программаһы тураһында бара. Быйыл төбәктең ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында тармаҡтың 30 хеҙмәткәре 500 мең һум урынына 1 миллион һум аҡса алып, уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә аласаҡ.

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн субсидия ике тапҡырға арттырылған
Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн субсидия ике тапҡырға арттырылған

Бының турала бөгөнгө сарала - өсөнсөгә уҙғарылған "Арт-Ҡоролтай"ҙың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул республиканың мәҙәниәт министрлығына 1 млн һумды торлаҡҡа йүнәлтеү менән бер рәттән автомобиль һатып алыуға ла тотоноу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: