Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 06:00

Аһ-аһ, буянғыстар урлаған даһа... ике егет

Иглин районы полиция бүлегенә бер магазиндан 12 флакон парфюм, 15 помада, тушь, күҙ, ирен буяй торған ҡәләмдәрҙең юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Оператив-эҙләү саралары барышында бурҙарҙы эҙләп тапҡандар. Косметикаға айыу майын һөртөүселәр - алдан хөкөм ителгән 17 һәм 20 йәшлек егеттәр. 

Аһ-аһ, буянғыстар урлаған даһа... ике егетАһ-аһ, буянғыстар урлаған даһа... ике егет
Аһ-аһ, буянғыстар урлаған даһа... ике егет

Егеттәр, ысынында иһә, аҡса эҙләгән, тик магазинда бер тин дә булмағас, тауарҙы алып, урланғандың бер өлөшөн осраҡлы кешеләргә һатып ебәргән. Улар үҙ ғәйебен таныған. Зыян күләме 12 мең һумдан ашыу.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас