Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 07:25

Юлда йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе яңы объекттар төҙөлә

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға Ҡыйғы районында сираттағы буш инвестиция майҙансығын тәҡдим итте.  

Юлда йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе яңы объекттар төҙөләЮлда йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе яңы объекттар төҙөлә
Юлда йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе яңы объекттар төҙөлә

 

 Инвесторға юл яны сервисы объектын урынлаштырырға бирелгән ер участкаһы төбәк әһәмиәтендәге «Бөрө–Таҙтүбә – Һатҡы» трассаһы буйында урынлашҡан. Уның майҙаны 0,18 гектар тәшкил итә.

 –  Юл яны сервисын үҫтереү республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булараҡ билдәләнде. Атап әйткәндә, уның үҫеше «Бөрө –Таҙтүбә – Һатҡы» трассаһы участкаларында ла кәрәк, сөнки ул төбәктең ҡайһы бер туристик объекттарына илтеп кенә ҡалмай, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһен дә тоташтыра. Участка инженер инфраструктураһын тоташтырыу нөктәләренә яҡын урынлашҡан, шулай уҡ ярайһы уҡ әүҙем автоағымлы урындарҙа урынлашҡан, был капитал һалыуҙарҙы тиҙ арала ҡапларға мөмкинлек бирәсәк, – ти Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Былтыр республикала 129 юл буйы сервисы объекты сафҡа индерелгән һәм 164 объект яңыртылған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 2 миллиард һумдан ашҡан. Әлеге ваҡытта, төбәк Хөкүмәте ҡушыуы буйынса, муниципаль райондар һәм ҡала округтары етәкселәре юл буйы сервисы өлкәһенә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса мәғлүмәт кампанияһы үткәрә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас