

Кискә табан Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 57 йәшлек ир "Опель Астра" машинаһында юл аша йүгереп сығып барған биш йәшлек малайҙы бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бала йәрәхәттәр алған. Малай атаһы менән балалар баҡсаһынан ҡайтып килгән. Авария мәлендә атаһы тыныс ҡына арттан килгән. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.