

"Mitsubishi" водителенең әйтеүенсә, пассажирҙың кинәт өйәнәге башланып, көтмәгәндә ул ишекте асҡан да, юлға осҡан... Инспекторҙар тын алмаған ҡатындың йөрәгенә сиратлап тура булмаған массаж яһай башлаған. Рация аша тиҙ медицина ярҙамын саҡырып, зыян күреүсене тиҙ арала дауаханаға оҙатҡандар.
Юлда бәләгә тарығандарға ярҙам иткән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә изгелектәре артып әйләнеп ҡайтһын инде!
Фото: БР ЮХХДИ.