Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 09:00

«Ысын супергерой»

 Элвин Грей Ҡазанға сәфәренән һуң тәьҫораттары менән бүлеште.

«Ысын супергерой»«Ысын супергерой»
«Ысын супергерой»

Радик Юлъяҡшин саҡырыу буйынса Ҡазанға барып,  «На солнце, вдоль рядов кукурузы» фильмын ҡараған һәм социаль селтәрҙә үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. «Бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп иткән юғары бюджетлы матур боевиктар бер ниндәй ҙә мәғәнәгә эйә түгел, ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай – ваҡытты бушҡа сарыф итеү. Мин бөгөн ҡараған фильмға сарыф ителгән бер минут та йәл түгел! Күп нәмәне яңынан аңланым. Бына ул ысын супергерой», – тип яҙҙы артист.

Йырсы фильм геройының прототибына әүерелгән кеше менән таныш булыуы һәм  бер осорҙа йәшәүе менән ғорурланыуын билдәләне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас