Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2023, 09:56

Янғындар...

Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Мәктәп эргәһе урамында мунса янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, утты һүндереүгә Максимовканың муниципаль янғын һағы көстәре һәм саралары ебәрелгән. Янғын һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында тәүтикшереүсе эшләй.

Янғындар...Янғындар...
Янғындар...

Уҙған тәүлектә 23 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 13-ө торлаҡ секторында булған. Шул иҫәптән, Салауат, Ҡалтасы, Туймазы райондарында - йорттар, Нуриман, Балаҡатай райондарында - мунсалар, Өфөлә - йорт мөлкәте, Ҡырмыҫҡалы районында - төҙөлөш бинаһының ҡыйығы, Ҡариҙел районында, Өфөлә - автомобилдәр, Өфөлә - йорттоң стенаһы, Архангел районында йорттоң түбәһе, Бөрйән районында - һарай, Көйөргәҙе районында гараж янған.

Фото: БашДТП, телеграм.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас