Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 04:26

"Ҡурайлы малай" янында күңеллерәк буласаҡ

Өфөләге фонтан биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Унда релакс зонаһы, интерактив музыка мөйөшө, уйын һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ.

"Ҡурайлы малай" янында күңеллерәк буласаҡ"Ҡурайлы малай" янында күңеллерәк буласаҡ
"Ҡурайлы малай" янында күңеллерәк буласаҡ

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек дауам итә. "Ҡурайлы малай" фонтаны тирәһен дә матурлаясаҡтар. Үрҙә һаналғандарҙан тыш, эскәмйәләр, пандустар ҡуйыласаҡ, мәғлүмәт стенды ла урынлаштырыла. Эштәр тиҙҙән башланып, киләһе йылға ҡала һәм Өфө ҡунаҡтарына күркәм бер урын булдырыласаҡ.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас