

Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерегән.
Уларҙың беренсеһе – Өфө районында «Матрикс-универсал» компанияһы базаһында. Унда Беларусь Республикаһының Мозырь заводы менән берлектә гусеницалы тракторҙар йыялар .
– Быйыл йыйыу өсөн 100-гә яҡын машина комплекты алырбыҙ, тип ышанам. Улар Башҡортостан климаты шарттарына яраҡлаштырылған, – тине министр. – Икенсе производство – Стәрлетамаҡтың «Башагромаш» предприятиеһы. Унда үҙйөрөшлө «Сулпан» сапҡыстары етештереү буйынса «MacDon». донъя лидерынан бер ни тиклем ҡалышмаған яңы бүлек асасаҡбыҙ. Был машиналарға ихтыяж бар, яңы производство бинаһы төҙөлгән һәм бөгөн беҙ уларҙы етештереүҙе арттырабыҙ.
Хәҙер сапҡыс менән трактор эҙләп ситкә йөрөйһө түгел. Үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирербеҙ.