

Өфө ҡалаһы хакимиәте 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәрергә әҙерләнә башланы. Ҡала властары сараның графигын, мәҙәни программаһын һәм хәүефһеҙлек сараларын билдәләй. Октябрь проспектын ябыуға бәйле шәхси һәм йәмәғәт транспортының урау хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә.
Былтыр 9 майҙа Өфөлә - 170 мең кеше, республикала 487 мең кеше "Үлемһеҙ полк" сафына баҫты.
Фото: Юлай Кәримов.