Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 04:00

Күп балалы ғаиләләр ергә һәм милеккә лә һалымды әҙерәк түләй

 Күп балалы ғаиләләргә милек һәм ер һалымына ла ташлама бар. 

Күп балалы ғаиләләр ергә һәм милеккә лә һалымды әҙерәк түләйКүп балалы ғаиләләр ергә һәм милеккә лә һалымды әҙерәк түләй
Күп балалы ғаиләләр ергә һәм милеккә лә һалымды әҙерәк түләй

 

Кемдәргә тейеш: өс һәм унан да күберәк бала тәрбиләнеүсе күп балалы ғаиләләргә.

Күпме: алты сутый ергә, шулай уҡ һәр балаға фатирҙың биш метрына һәм йорттоң ете метрына ташлама. Был ташлама бер ер участкаһына ғына бирелә.

Нисек алырға: теркәлгән урын буйынса ғариза менән Һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ  Күп функциялы үҙәк  йәки Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы “Шәхси кабинет” аша онлайн рәүештә юлларға мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас