Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 08:45

“Изге һөнәрле ижадсы”

Бөгөн “Йәшлек” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан ойошторолған “Изге һөнәрле ижадсы” әҙәби проект-марафоны старт ала. Унда әҙәби таланты булған педагогтарҙың (уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәғариф ветерандары, өҫтәмә белем биреү уҡытыусылар) ижадына байҡау яһаласаҡ. Марафон тураһында ентекле мәғлүмәт алдағы көндәрҙә буласаҡ. Ә әлегә Яҙыусылар союзы ағзаһы булған бер төркөм уҡытыусылар тураһында презентация тәҡдим итәбеҙ!

 

Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас