Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 10:30

Ит ашамағандай ни...

Йылайыр районында ике ир Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән маралды атып үлтергән.

Ит ашамағандай ни...Ит ашамағандай ни...
Ит ашамағандай ни...

РФ ЭЭМ Йылайыр районы буйынса подразделениеһының дежур бүлегенә республиканың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы инспекторы урман массивында ҡан таптары һәм маралдың ҡалдыҡтары табылыуы тураһында хәбәр итә. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм ебәрелгән. Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәттә ғәйепләнеүсе ике кеше асыҡланып, бүлеккә килтерелгән. Иван-Ҡыуалат ауылынан 28 һәм 33 йәшлек ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Ирҙәрҙең лицензияһы булмаһа ла, улар һунарға сығып, маралды атып үлтергән дә, урманда уҡ уны тунап, итен бүлешеп алғандар. Хайуандың ҡалдыҡтарын ҡар менән күмгәндәр.

Тентеү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 60 килограмм ит, һунар мылтығы, бысаҡ, балта һәм транспорт сараһы тартып алынған. Һунарсыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәттә ғәйепләнеүселәр бер ҡайҙа ла китмәү тураһында документҡа ҡул ҡуйған.

16 мартта Благовещен районында республика һунарсылары ассоциацияһы инспекторҙары законһыҙ һунар итеү осрағын асыҡлаған: браконьерҙар быуаҙ инә мышыны һәм ике мышы быҙауын үлтергән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ит ашамағандай ни...
Ит ашамағандай ни...
Ит ашамағандай ни...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас