Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 07:55

Билдәле яҙыусының китабы Брайль яҙыуы менән сыҡҡан

Сабир Шәриповтың "Ҡолонташ" китабын хәҙер һуҡырҙар ҙа уҡый ала.

Билдәле яҙыусының китабы Брайль яҙыуы менән сыҡҡанБилдәле яҙыусының китабы Брайль яҙыуы менән сыҡҡан
Билдәле яҙыусының китабы Брайль яҙыуы менән сыҡҡан

Китап Башҡортостандың М. Төхвәтшин исемендәге республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә Брайлдең рельеф-нөктәле шрифты менән баҫылған. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Сабир Шәриповтың тыуыуына 75 йыл тула.

Был китапҡа хикәйәләр, драмалар, юл хикмәттәре ингән. Тиҙҙән Брайлле "Ҡолонташ" республика китапханаларына тараласаҡ.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас