Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 04:34

Бер йортта газ шартлаған

Ғәҙәттән тыш хәл Нефтекама ҡалаһында бейек йортта булған. 

Бер йортта газ шартлағанБер йортта газ шартлаған
Бер йортта газ шартлаған

Туғыҙынсы ҡаттағы бер фатирҙа газ шартлаған. Унда әсәле-ҡыҙлы ҡуртымға алып йәшәгән. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ килгән. Фатир ҡаралтылары зыян күргән, ә йорттан да кешеләрҙе тиҙ генә сығарғандар. Унда 63 кеше, шул иҫәптән 14 бала булған.

МЧС-тан белдереүҙәренсә, подъезда газды ябып торғандар, тикшереү бара, йорт конструкцияларының ҙур емереклеге күренмәй, хәүеф юҡ, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. 

Фото: МЧС по РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас