Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 06:09

Һыйырҙарҙы робот һауа

Иглин районындағы фермер хужалығына яңы ҡорамалдар алынған. Заманса фермала робот тәүлегенә 70 һыйырҙы һауыуға көйләнгән. Һөттөң сифатын тикшереү өсөн махсус лаборатория ла бар.

Һыйырҙарҙы робот һауаҺыйырҙарҙы робот һауа
Һыйырҙарҙы робот һауа

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты буйынса фермер Иван Мазюк фермаһын яңыртҡан, лизингҡа автоматлаштырылған ҡорамал алған. Иң мөһиме ул - үҙебеҙҙә етештерелгән аппарат. 

Һәр һыйырға махсус чип ҡуйылған. Унда бөтә мәғлүмәт бар. Әйткәндәй, мал һауынға сәғәт буйынса түгел, ә үҙенең биоритмына ярашлы килә. Белгестәр әйтеүенсә, шулай һөт тәмлерәк була.

Фото: Иглин районы хакимиәтенән.

Һыйырҙарҙы робот һауа
Һыйырҙарҙы робот һауа
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас