Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 13:00

Яулыҡ байрамы үтте

Баймаҡ районы Аҡморон ауылы клубында ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең күрке булған — яулыҡҡа   арналған бик матур сара үткән. Был хаҡта клубтың сайтында хәбәр ителә. 

Яулыҡ байрамы үттеЯулыҡ байрамы үтте
Яулыҡ байрамы үтте

Аҡморон ауылы мәҙәниәт йортонда "Яулыҡ байрамы" уҙҙы. Ул – башҡорттарҙа киң таралған баш кейеме. Уның төрҙәре лә, атамалары ла бихисап. Ойошторолған күргәҙмәлә тарихҡа бай яулыҡтар тәҡдим ителгәйне. Байрамда Сәйғәфәр ауылынан "Хазина" ансамбле ҡатнашты. Улар әсәй-өләсәйҙәр, ҡәйнәләренән ҡалған зиннәтле ҡомартҡы итеп һандыҡ төптәрендә һаҡлаған боронғо яулыҡтарын алып килгән. Күргәҙмәлә француз яулығынан алып, замансаларына тиклем һәр төрлөһөн күрергә мөмкин ине.

Сараның төп маҡсаты – яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтен иҫкә төшөрөү. Аҡморон ауылы ағинәйҙәре өләсәһенән, әсәһенән ҡалған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған боронғо яулыҡтарының тарихы менән таныштырҙы. Байрамға йыйылған ағинәйҙәр ошо яулыҡтарҙы ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре лә ҡомартҡы итеп һаҡлар тигән ышаныста. Сөнки яулыҡ – ул баш кейеме генә түгел, мосолман ҡатын-ҡыҙының иманлылығын, тәрбиләлелеген билдәләүсе, һаҡлаусы ҡалҡаны булып тора, тип иҫәпләй улар. Сара халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас