Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 09:55

Улар ҡаҙнаны хеҙмәтләндереүҙе уңышлы тормошҡа ашыра

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Финанс министрлығының Федераль ҡаҙнасылығының Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторолоуҙың 25 йыллығына арналған тантана уҙғарылды.  

Улар ҡаҙнаны хеҙмәтләндереүҙе уңышлы тормошҡа ашыраУлар ҡаҙнаны хеҙмәтләндереүҙе уңышлы тормошҡа ашыра
Улар ҡаҙнаны хеҙмәтләндереүҙе уңышлы тормошҡа ашыра

 

Сарала Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында федераль башҡарма власть органдарының территориаль структуралары, республика дәүләт власы органдары етәкселәре ҡатнашты. Үҙ сығышында Андрей Назаров үткән йылдарҙа Федераль ҡаҙнасылыҡтың республика буйынса идаралығы дәүләт финанстары менән һөҙөмтәле идара итеү институты булараҡ булды, тип билдәләне. Уның эшмәкәрлеге –сиҡтисади тотороҡлоҡ, эшлекле әүҙемлек һәм граждандарҙың именлеге нигеҙе. Социаль объекттарҙың ваҡытында төҙөлөүе, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүе күп осраҡта ҡаҙна системаһы эшенең яйға һалыныуына бәйле.

– Федераль бюджеттан бүленгән аҡса Федераль ҡаҙнасылыҡтың республика буйынса идаралығы аша туранан-тура күсерелә. 2022 йылда Рәсәйҙең бюджет системаһына 982 миллиард һумлыҡ килемде ваҡытында индереү тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына 349 миллиард һум килем күсерелгән, был дөйөм бүлеү күләменең өстән бер өлөшөнән күберәк. Былтыр республикаға 98 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителгән, был 2021 йылғы кимәлдән 11 миллиард һумға күберәк , – тине Премьер-министр.

Юбилей уңайынан ҡотлау һүҙҙәре менән Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Светлана Мәрүәрова, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостан Прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Грязников һәм Рәсәй Банкының Урал идаралығының Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов сығыш яһаны.

  Тантаналы сарала  Андрей Назаров Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә финанс-иҡтисади өлкәләге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары профессионаллеге өсөн хөкүмәт наградаларын тапшырҙы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас