Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 04:17

Талбазыла Һабантуй майҙаны төҙөкләндерелә

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектына ярашлы, төбәктәрҙә йәмәғәт биләмәләре әүҙем төҙөкләндерелә, яңыртыла. Бында һүҙ ҡалалар хаҡында ғына түгел. Ауырғазы районының Талбазы ауылы янында Һабантуй байрамы майҙаны төҙөкләндерелә.

Талбазыла Һабантуй майҙаны төҙөкләндереләТалбазыла Һабантуй майҙаны төҙөкләндерелә
Талбазыла Һабантуй майҙаны төҙөкләндерелә
Әлеге көндә подрядсы һайланған, эштәр 1 апрелдә башлана һәм 31 августа тамамланырға тейеш. Майҙанға сәхнә ҡуйыла, эскәмйәләр, бәләкәй архитектура ҡоролмалары, видеокүһәтеү камераларын урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
Әйткәндәй, былтыр унда байтаҡ эш башҡарылған: яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ҡапҡалар ултыртылған, спорт майҙансыҡтары ла яңыртылған.
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас