Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2023, 12:30

Өс көн буйы ике сабый үлгән ата-әсәһе янында ултырған

Аҫтағы күршеләрен һыу баҫа башламаһа, был ике сабый нимә эшләр ине  — күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс!

Өс көн буйы ике сабый үлгән ата-әсәһе янында ултырған
Өс көн буйы ике сабый үлгән ата-әсәһе янында ултырған

 

15 мартта Екатеринбургта Башҡортостанда тыуып үҫкән ир менән ҡатындың үле кәүҙәһе табылған. Өс көнгә яҡын уларҙың янында кескәй балалары ултырған.  Ҡатын өс айлыҡ ҡыҙы һәм ике йәшлек улы менән декрет ялында булған, ә ире заводта эшләгән.   

Аҫҡы ҡатта йәшәүсе күршеләрен һыу баҫа башлағас,   саң ҡаға башлағандар. Әммә күпме генә шаҡыһалар ҙа, ишекте   асыусы булмаған.  Ваҡиға урынына килеп еткән туғандары ишек аша балалар менән һөйләшә башлаған. Ике йәшлек малай «Әсәйем йоҡлай» тип яуап биргән һәм илап ебәргән.    

Ишекте емереп асҡандан һуң, малайҙың коридорҙа йөрөүен, ә әсәйҙәренең диванда үлеп ятыуын, эргәһендә хәлһеҙләнгән сабыйҙы күргәндәр. Ирҙең үле кәүҙәһе кухняла ятҡан.

Шаһиттар әйтеүенсә, фажиғә урынынан  порошок алғандар, ә үлектәрҙең ауыҙы тирәләй  күперек булған.  Тәндәрендә бер ниндәй ҙә йәрәхәт күренмәгән.  Суд медицина экспертизаһы  үлемдең сәбәбен асыҡлаясаҡ.

Әлеге ваҡытта балалар дауаханала, уларҙы туғандары алырға әҙер.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: