Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 06:07

Лизинг буйынса тәүге туристик автобус һатып алынды

Республикала лизингҡа автобус һатып алыу буйынса тәүге килешеү төҙөлдө.

Лизинг буйынса тәүге туристик автобус һатып алындыЛизинг буйынса тәүге туристик автобус һатып алынды
Лизинг буйынса тәүге туристик автобус һатып алынды

  Автобустың хаҡы 11,52 млн һум тәшкил итте.  Лизинг ярҙамы «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам күрһәтеү» милли проекты һәм  Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә арналған дәүләт пограммаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. 

 – Бөгөн туроператорҙар өсөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү программалары ярҙамында автобустар паркын киңәйтеү өсөн киң мөмкинлектәр барлыҡҡа килде.  «Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағында туристар өсөн автобус һатып алыу буйынса бер нисә килешеү ята.   Улдарға яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ, – тине  БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. 

 Туристический автобус марки YUTONG маркалы турист автобусы 53 урынға тәғәйенләнгән һәм туристарҙы алыҫ араға йөрөтөүгә  ҡулайлаштырылған. «Миилди туристик компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән ташламалы лизинг килешеүе 60 айға йылына 8 процент ставкаһы  менән  төҙөлгән. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас