Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 04:00

Көн торошо

Башҡортостандың таулы райондарында 11 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары ошондай фараз бирҙе.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 16 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ 2... 7 градус, таулы райондарҙа 11 градусҡа тиклем йылы. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, киҫкен.

17 мартта ла яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -1...-6 градус, көндөҙ 2... 7 градус, таулы райондарҙа 11 градусҡа тиклем йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас