Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2023, 15:30

Ғибрәт! Суд ғаиләне айырырға мәжбүр булған

Дүртенсе йыл ғына йәшәүсе парҙы прокурор судҡа биргән.

Ғибрәт! Суд ғаиләне айырырға мәжбүр булған
Ғибрәт! Суд ғаиләне айырырға мәжбүр булған

Бындай хәл Рәсәйҙә тәүгә теркәлгән. Төмән өлкәһе суды 2019 йылда өйләнешкән ир менән ҡатындың никахын ғәмәлдән сығарған. Сөнки былтыр сентябрҙә ир енесен алмаштырыу буйынса операция яһатҡан, имеш. Беҙҙең илдә нормаль ғаилә ир менән ҡатындан тора.

Шуға ла енесен алмаштырып, “яңы формала” йәшәй башлауын рәсмиләштергән (ЗАГС-та) элекке ир тураһында ишетеп ҡалған прокуратура судҡа мөрәжәғәт иткән. 

Суд ҡарарына ҡаршы сығырмы, юҡмы был икәү, билдәһеҙ.

Көнбайыштең әшәке еле шаҡтай ҡағылған инде бәғзеләргә. Аллам һаҡлаһын! Ғибрәт!

Фото: РИА-Новости.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: