Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 06:55

Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостандағы миллиардерҙар һанын атаны

  Башҡортостанда 2022 йылда 18 кеше 1 миллиард һумдан ашыу күләмендәге килеме тураһында мәғлүмәт биргән. Был хаҡта РБК-Өфө Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына һылтанып хәбәр итә.

Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостандағы миллиардерҙар һанын атаныФедераль һалым хеҙмәте Башҡортостандағы миллиардерҙар һанын атаны
Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостандағы миллиардерҙар һанын атаны

Башҡортостанда йәшәгән ир-егет сит ил кампанияһы эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙан 7,86 миллиард һум аҡса эшләгән.

 

Башҡортостанда йәшәүселәр килемгә һалым буйынса бөтәһе 486 мең декларация тапшырған, был 2021 йылға ҡарағанда 4,1% күберәк. 56 меңдән ашыу һалым түләүсе 1 миллион һумдан 10 миллион һумға тиклем килеме тураһында мәғлүмәт биргән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас