Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2023, 09:30

Фәнзил Сыңғыҙов: "Беҙҙең мобилизацияланған ир-егеттәр ҡайтып ял итте һәм йәнә МХО зонаһына юлланды"

Ғафури районы хакимиәте етәксеһе соцселтәр сәхифәһендә ошоно хәбәр итә: - Яугирҙәр тыуған яғында үҙҙәренә тейешле отпуск көндәрен уҙғарҙы, ғаиләләре янында ял итте, туғандары, дуҫтары менән күреште. Бер нисә көндән улар алғы һыҙыҡта үҙ позицияларын аласаҡ. Егеттәргә өйҙәренә имен-һау ҡайтыуҙарын теләйем!

Фәнзил Сыңғыҙов: "Беҙҙең мобилизацияланған ир-егеттәр ҡайтып ял итте һәм йәнә МХО зонаһына юлланды"
Фәнзил Сыңғыҙов: "Беҙҙең мобилизацияланған ир-егеттәр ҡайтып ял итте һәм йәнә МХО зонаһына юлланды"

Шулай уҡ беҙ республика гумконвойы составында тағы ла бер автомобиль оҙаттыҡ. Егеттәр фронтта кәрәк тип "Нива" һорағайны. Уны һатып алыуҙа район хакимиәтенең мәғариф бүлеге ҙур ярҙам итте. Район уҡытыусылары кәрәкле сумманы йыйып бирҙе.

Ҡәҙерле ғафуриҙар! Ярҙамығыҙ һәм битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ замандың иң ауыр мәлдәрендә берҙәмлек күрһәтәһегеҙ. Ошолар менән күңелдә ышаныс тыуа - беҙ еңәсәкбеҙ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: