Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 08:13

Эш кәрәкһә, йәрминкәгә килегеҙ

22 мартта Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында вакансиялар йәрминкәһе үтә. Унда эш эҙләүселәргә агросәнәғәт тармағы һөнәрҙәре буйынса буш урындар тәҡдим ителәсәк.

Эш кәрәкһә, йәрминкәгә килегеҙЭш кәрәкһә, йәрминкәгә килегеҙ
Эш кәрәкһә, йәрминкәгә килегеҙ

Хеҙмәт хаҡы, ниндәй өлкә белгесе булыуына ҡарап, 20 – 100 мең һум. Ҙур ауыл хужалығы предприятиелары ла үҙ вакансияларын тәҡдим итә.

Бөгөнгә Башҡортостандың буш эш урындары банкында 41 400 вакансия, шуларҙың 2000-ләбе – аграр тармаҡта.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас