Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 03:50

«Дәүләт хеҙмәттәре» ялған хеҙмәткәренә ярты миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән

Полиция «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хеҙмәткәрҙәре исеменән яңы мутлашыу ысулы хаҡында иҫкәртә. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Дәүләт хеҙмәттәре» ялған хеҙмәткәренә ярты миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән«Дәүләт хеҙмәттәре» ялған хеҙмәткәренә ярты миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән
«Дәүләт хеҙмәттәре» ялған хеҙмәткәренә ярты миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән

Асыҡланыуынса, зыян күреүсе ҡатынға «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтының ярҙам хеҙмәте тип шылтыратҡандар. Ул ҡатындың мәғлүмәттәре ситкә сығыуы һәм аферистар кредит алыу өсөн ошо мәғлүмәт менән файҙаланырға теләүе хаҡында хәбәр итә.

Ошондай һылтау менән мутлашыусы банктың ҡушымтаһын асыуын һәм уның телефонына килгән смс-кодтарҙы һорап ала. Ханымдың шәхси мәғлүмәттәре менән танышып, мутлашыусылар зыян күреүсегә 500 мең һумдан ашыу онлайн-кредит юллай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас