Фирдүс Тямаев концерттарында артистар тураһында һөйләгән. Баҡтиһәң, иң популяр артистарҙан ғына торған ватсапта чат бар икән.
- Дуҫтар, туғандар, эш төркөмө бар. Шуның кеүек топ артистарҙың да үҙ төркөмө бар. Ул чатта мин дә торам. Минең “брат”ым Элвин Грей, “Негулящий” Әнүәр Нурғәлиев, “Братан”ым Илсөйә лә. Күптәрегеҙҙең көн һайын открытка ебәрә торған туғандарығыҙ барҙыр. Беҙҙең чатта Илсөйә тап шундайҙарҙан. Көн дауамында ҡайҙа-нимә эшләгәнен һала. Ул ғына матур, уны ғына яраталар, уға ғына ҡаҙ, сәскә бүләк итәләр. Уның ғына 90 күлдәге бар. Ул ғына көнөнә 90 смс, 90 фото һала. Минең бына ғүмерҙә лә маҡтанып йөрөгәнем юҡ, – ти Фирдүс.
Тямаев Ришат Төхвәтуллинды ла иҫкә ала. Артист уның ҡыҙына тәҡдим яһауына ҡағылып үткән.
- Ришат Төхвәтуллин да шунда. Әле өйләнде бит, Аллаға шөкөр, ниһайәт. Бергә тороп туйғас өйләнештеләр, – тигән Фирдүс.
Фото: Т. Аманов