Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 13:56

Андрей Назаров депутаттар менән осрашты

БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вәкилдәре менән осрашып, парламент менән Хөкүмәт араһындағы бәйләнеш, ҡануниәт яңылыҡтары, яңы башланғыстар тураһында һөйләште.

Андрей Назаров депутаттар менән осраштыАндрей Назаров депутаттар менән осрашты
Андрей Назаров депутаттар менән осрашты

Бындай осрашыу инде матур йола әүерелгән. Унда эш һөҙөмтәләре барлана, киләсәккә ниәт-күҙаллауҙар һәм бурыстар билдәләнә.

Андрей Назаров белдереүенсә, былтыр БР Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 45 закон проекты индергән, уларҙың барыһы ла закон булып сыҡҡан. Шуларҙан дүрт закон көрсөккә ҡаршы сараларға бәйле булған. Тағы ла дүртәүһе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ҡағылышлы.

Премьер-министр депутаттарҙы оператив эшләүҙәре өсөн маҡтаны. Шулай уҡ былтыр Хөкүмәт парламенттан килгән 76 закон проектын ҡараған.

Берлектә эш быйыл да тығыҙ дауам итә.

Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, депутаттар һәр проектҡа етди ҡарай.

Осрашыуҙа көн үҙәгендә торған мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Хөкүмәт вәкилдәре менән депутаттар араһында йәнле әңгәмә булды.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас