Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 11:50

30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә - бер миллион һум

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы донъя күргән.  

30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә - бер миллион һум30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә - бер миллион һум
30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә - бер миллион һум

 

Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Түләүгә ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итә ала. Аҡса биреү тәртибе бер ай эсендә әҙерләнәсәк.

 

 

Фото: str-rdk.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас