Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 04:34

Ҡыҙылса йоҡтороп ҡайтҡандар

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мысырҙа ял итеп ҡайтҡан балаларҙа ҡыҙылса менән сирләү осрағы теркәлгән. Балаларға прививка яһалмаған булған.

Ҡыҙылса йоҡтороп ҡайтҡандарҠыҙылса йоҡтороп ҡайтҡандар
Ҡыҙылса йоҡтороп ҡайтҡандар

Күҙәтеү ведомствоһы эпидемиологтары сир йоғоу ихтималы булған кешеләр даирәһен билдәләгән. Уларға ашығыс иммунизация үткәрелгән, әле барыһы ла медицина күҙәтеүендә. Эпидемиологик тикшереү дауам итә, "Роспотребнадзор" белгестәре эште контролдә тота.

Бынан алдараҡ "Башинформ" агентлығы яҙыуынса, Тажикстандан килеүсе балаларҙа ла ҡыҙылса ауырыуы булыуы асыҡланған.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас