Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 09:49

Вакансиялар йәрминкәһе колледж студенттарына эш табырға ярҙам итә

Бер ай буйы Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында Вакансиялар йәрминкәһе бара.

Вакансиялар йәрминкәһе колледж студенттарына эш табырға ярҙам итәВакансиялар йәрминкәһе колледж студенттарына эш табырға ярҙам итә
Вакансиялар йәрминкәһе колледж студенттарына эш табырға ярҙам итә

 

– Бындай сараларҙың төп маҡсаты – эш биреүселәр менән танышыу,   практика үтеү өсөн урындар һайлау һәм артабан шунда уҡ эшкә урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарау, – тине   БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Вакансиялар йәрминкәһе бер нисә сәғәт эсендә ҡунаҡтарға үҙҙәренең компанияһы менән таншытырырға, ә студенттарға һәм уҡытыусыларға соцаиль партнерҙар менән аралашырға бик шәп мөмкинлек бирә.    

 Вакансиялар йәрминкәһендә кейем тегеү, бесеү, моделләү һәм конструкциялау  буйынса белем алыусы студенттарға 15 еңел сәнәғәт ойошмаһы вәкилдәре эш урындары  тәҡдим итте.   Бынан тыш, студент-дизайнерҙар өсөн дә Өфө ҡалаһы компаниялары һәм ойошмалары  вакансиялары менән таныштырҙы.

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас