Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 12:00

Тағы ла күберәк кешеләр льготалы ипотекаға өмөт итә аласаҡ

Ни өсөн тигәндә Рәсәй Хөкүмәте "Ғаилә ипотекаһы", "Льготалы ипотека", "IT-ипотека" программалары буйынса льготалы кредит алыу шарттарын йомшартты.

Тағы ла күберәк кешеләр льготалы ипотекаға өмөт итә аласаҡТағы ла күберәк кешеләр льготалы ипотекаға өмөт итә аласаҡ
Тағы ла күберәк кешеләр льготалы ипотекаға өмөт итә аласаҡ

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - быйыл барлыҡ льготалы дәүләт программалары үҙ эшен дауам итәсәк. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә ипотеканың барлыҡ тиерлек федераль программалары менән ҡуллана ала.

Республикала бирелгән ипотекаларҙың өстән бер өлөшө дәүләт ярҙамына эйә. Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы бүлексәһе мәғлүмәте буйынса, былтыр төбәктә дөйөм суммаһы 146,3 млрд һумлыҡ 52,6 мең ипотека кредиты бирелгән.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас