Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 19:33

Тәжрибә уртаҡлашҡанда арта

Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы вәкилдәре эшлекле сәфәрҙәрҙә булып ҡайтты.  

Тәжрибә уртаҡлашҡанда артаТәжрибә уртаҡлашҡанда арта
Тәжрибә уртаҡлашҡанда арта

Уларҙың маҡсаты "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашыусылар менән тәжрибә уртаҡлашыу ине. Йәрмәкәй делегацияһы Бишбүләк районының - Ҡанаҡай, Миәкә районының - Сәфәр, Бәләбәй районының - Баженов һәм Туймазы районының Ҡандракүл ауылдарында булып, урындағы халыҡ менән осрашты. Сәфәр барышында йәрмәкәйҙәр ауыл халҡының йәшәйеше, мәктәп, мәсет, мәҙәниәт йорто, ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге менән танышты. "Түңәрәк өҫтәл" форматында үткән һөйләшеүҙәрҙә эскелеккә ҡаршы көрәш ысулдары, конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе тураһында ентекле һөйләшеүҙәр булды. Һәр осрашыу ике яҡ ҡатнашлығындағы матур концерт программаһы менән тамамланды.

Ә күрше төбәктәр менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында Бекетово ауылы делегацияһы милләттәштәр күпләп йәшәгән Ырымбур өлкәһенең Яңы Яҡуп аулыныда булып ҡайтты. Унда яҡташтарыбыҙ ирекмәндәр хәрәкен әүҙемләштереү буйынса тәжрибә уртаҡлашты, кәңәштәрен бирҙе. Ауыл хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеү һәм әлбиттә, республикала үткән "Айыҡ ауыл" конкурсы тураһында ла бәйән ителде.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас