

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса сираттағы ылауҙы оҙаттыҡ", - тип яҙған Ирек Сәғитов.
Был гумконвой Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы билдәләнгән датаға арнала. Вице-премьер яҙыуынса, был - ил халҡы өсөн мөһим дата.
Әйткәндәй, әлеге ылау, башҡаларына ҡарағанда, ҙурыраҡ: 33 берәмек техника, мунсалар, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, палаткалар, буржуйкалар, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, компьютер техникаһы - барыһы ла һыйған.
"Балалар окоп шәмдәре лә әҙерләгән", - тиелә яҙмала. Шулай уҡ ылауҙы 97 кеше оҙатып бара.
Хәйерле юл!
СВО-лағылар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Ирек Сагитов (vk.com)