Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 07:45

Өс йәш ҡыҙҙы үлтереүсегә - ғүмерлек төрмә!

2021 йылдағы ул фажиғә барыһын да шаңҡытҡайны. Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында уҡып йөрөүсе студенттар ҡанһыҙ әҙәм ҡорбаны булды...

Өс йәш ҡыҙҙы үлтереүсегә - ғүмерлек төрмә!Өс йәш ҡыҙҙы үлтереүсегә - ғүмерлек төрмә!
Өс йәш ҡыҙҙы үлтереүсегә - ғүмерлек төрмә!

Бөгөн Ырымбур өлкәһе суды 31 йәшлек енәйәтсегә - Александр Лазаревҡа ҡарата хөкөм ҡарарын сығарған. Ул беҙҙең республика ҡыҙҙарын үлтереүҙә ғәйепле тип табылып, айырым тәртиптәге колонияға ғүмерлеккә хөкөм ителде.

Енәйәтсе ҡорбандарына ни бары 17, 18, 19 йәш ине. Улар Гай ҡалаһына Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан медицина колледжына һөнәр алырға килгәйне. Әҙәм аҡтығы хыялдарын да, теләк-ниәттәрен дә селпәрәмә килтерҙе. Уға мәңгелек төрмә лә әҙ.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас