Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 08:58

Стәрлетамаҡ заводы милли проект ярҙамында етештереүсәнлеген арттыра

Башҡортостанда «Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Хеҙмәт етештереүсәнлеге»  милли проектында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу турын үтте.      

Стәрлетамаҡ заводы милли проект ярҙамында етештереүсәнлеген арттыраСтәрлетамаҡ заводы милли проект ярҙамында етештереүсәнлеген арттыра
Стәрлетамаҡ заводы милли проект ярҙамында етештереүсәнлеген арттыра

   

Стәрлетамаҡ заводы республикала милли проекттың 151-се ҡатнашыусыһы булды.  Проекттың старты апрелгә планлаштырылған.    Завод BF tech компанияһы төркөмөнә ҡарай һәм республикала   хризотилцемент продукцияһы етештереү буйынса иң алдынғылар рәтендә. 

 –  Санкцияларға ҡарамаҫтан, төҙөлөш индустрияһы үҫешә һәм күберәк етештереү күләмен талап итә.  Компаниялар модернизациялауға һәм йыһазландырыуға  етди сығым түгә, был шарттарҙа уларға бөтә мөмкин булған ресурстарҙы һәм технологияларҙы файҙаланырға кәрәк, – ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәрхетдинов.   

  Проекта ҡатнашыусыларға  Сәнәғәт үҫеше федераль фондынан биш йылға  бер процент менән льготалы займ, профессиональ әҙерлек һәм эш урындары аудиты, етештереүсәнлектең һанлы экосистемаһы, предприятие етәкселәрен «Етештереүсәнлек лидерҙары» программаһы буйынса уҡытыу кеүек ярҙам саралары ҡаралған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас